Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был медицина учреждениеһының асылғанын Колгуевский микрорайонында йәшәүселәр оҙаҡ көттө. Бинала капиталь ремонтты 2014 йылда уҡ башлағайнылар. Тик реконструкцияны ваҡытында тамамлап өлгөрмәнеләр. Эштәр сифатһыҙ башҡарылған, ә ҡайтанан ремонт эшләргә компанияның ҡулынан килмәне. Уҙған йылдың ноябрь айында был хәлде Радий Хәбиров шәхсән күҙәтеүгә алды. Һөҙөмтәлә, поликлиника тиҙ арала ишектәрен асты. Филиал заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, балалар табиптары, төрлө йүнәлешле белгестәр ҙә пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Медицина учреждениеның эше менән Каринэ Хәбирова танышты.
Өфөлә билдәләнгә ваҡыттан алда 2-се балалар поликлиникаһы филиалы эшләй башланы
Тулыраҡ: Өфөлә билдәләнгә ваҡыттан алда 2-се балалар поликлиникаһы филиалы эшләй башланы