Башҡортостанда тәүге тапҡыр ауыл хужалығы транспортына тәбиғи газ яғыулығы ҡорамалы ҡуйылды

Тулыраҡ: Башҡортостанда тәүге тапҡыр ауыл хужалығы транспортына тәбиғи газ яғыулығы ҡорамалы ҡуйылды

Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары федераль программаға ярашлы, экология йәһәтенән таҙа һәм иҡдисади яҡтан да уңайлы уникаль транспорт тәҡдим итә. Рәсәйҙә автомобилдәрҙе тәбиғи яғыулыҡҡа күсереүҙең төрлө юлдары барлана. 2050 йылға тиклем дөйөм транспорттың күпселек өлөшө тәбиғи газ яғыулығы менән ҡулланырға тейеш. Ошо талаптарға ярашлы башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары экология һәм иҡтисади яҡтан отошло уникаль ауыл хужалығы транспорты уйлап тапан. Дөйөм баҙарҙа метан нигеҙендә газо-мотор яғыулығына күсеү ныҡлы урын ала бара. Был бер яҡтан тәбиғәт өсөн хәүефһеҙ булһа, икенсе яҡтан транспорттың ҡулланыу ваҡытын арттыра. Башҡортостан ғалимдары ауыл хужалығы трансорты өсөн 4 ысулдан торған концепция төҙөгән. Транспортын газ яғыулығына күсерергә ҡарар иткән ойошма үҙенә уңайлы юлды һайлай. Өр-яңы транспорт һатып алыуҙан алып, әле ҡулланыштағыларын газ-дизель яғыулығына өлөшләтә күсереүгә тиклем. Яғыулыҡтың иң арзаны һәм экологик яҡтан таҙа булған ул – метан. Тик, ҡыҙғанысҡа, республикала газ һалыу станциялары һанаулы ғына. Шулай булғас тулыһынса дизель яғыулығынан баш тартыу әлегә мөмкин түгел. Ә булған транспортты газ ҡорамалдары менән өлөшләтә йыһазландырыу һәм электрон идара итеү ысулын ҡуйыу иң отошло юл. Бөтә заманса асыштар иң беренсе лабаратория сиктәрендә башҡарыла. Двигателдәр ҙә ошонда уҡ көйләнә, аҙаҡ ҡына транспортҡа күсерелә.Әлеге мәлдә аграр университеты ғалимдарының уйлап тапҡан транспорты Өфө районының Алексеевка совхозында ҡулланыла. Әйткәндәй, быйылға « Агрокомплекс» халыҡ- ара күргәҙмәһендә ғалимдарҙың эше юғары баһаланды һәм 1 дәрәжә диплом менән бүләкләнде.