Нимә ул нуклеус?

Тулыраҡ: Нимә ул нуклеус?

Умартысылар ассоциацияһы Бөрйән районында башҡорт бал ҡорттарын һаҡлау маҡсатында нуклеустар эшләй. Эштәр Рәсәй президенты бүлгән грантҡа башҡарыла. „Башҡорт бал ҡорттарын һаҡлап алып ҡалыу„ тип исемләнгән проект сиктәрендә Бөрйән умартасылары ойошмаһы тәбиғи шарттарға яраҡлаштырып нуклеустар эшләй башлаған. Улар тәбиғи материалдарҙан -диаметры 24 см булған ағастарҙан яһала. Бер үк тәбиғәт шарттарында Бөрйән бал ҡорттарын һәм йылы яҡтан килтерелгән нескә билдәрҙе сағыштырғандан һуң, беҙҙекеләрҙең уңышты күберәк йыйыуына, ҡышлау осоронда ла сыҙамлыраҡ булыуына шаһит булдыҡ, ти белгестәр. Ҡорттарҙы ҡышлауҙан сығарғансы 80 нуклеус әҙер булырға тейеш. Бәләкәй ояларҙа инә бал ҡорттары үҫешкәнсе тотоласаҡ, ә аҙаҡ иһә уларҙы ҙур умарталарға күсереләсәктәр. Ғалимдар раҫлауынса, башҡорт бал ҡорттары төрлө тәжрибәләр үткәреү арҡаһында үҙ сифаттарын юғалта. Шуға күрә, төр булараҡ һаҡланған Бөрйән ҡорттарын таҙа килеш киләсәк быуынға ҡалдырыуҙы тиҙерәк хәстәрләй башларға кәрәк. Проекттың төп маҡсаты – бөрйән бал ҡорттарының инәләрен үрсетеп, умартасыларға таратып биреү.