Рәми Ғариповтың тыуған көнө уңайынан беренсе Республика башҡорт гимназия-интернатында Рәми Ғарипов исемендәге премия тапшырҙылар. Ул арҙаҡлы башҡорт шәхесең ижадын пропагандалауға һәм мәңгеләштереүгә һиҙелерлек өлөш индереүселәргә, шағирҙың традицияларын дауам иттергән әҫәрҙәр һәм әҙиптең тормошо, ижади эшмәкәрлеге тураһындағы фәнни хеҙмәттәр өсөн бирелә. Быйылғы лауреаттар исемлегендә Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимов, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Булат Аҡманов, тарих фәндәре докторы, профессор Ирек Аҡманов. Премияға өлкән класс уҡыусылары ла лайыҡ булды. Гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, яҡшы уҡыған, төрлө олимпиада һәм конкурстарҙа һиҙелерлек уңыштарға өлгәшкән өсөн Гөлиә Солтанова, Илдус Киранов һәм Азамат Йомағужин да ҡулына диплом алдылар.