Башҡортостан был аҙнала үҙенең 100 йыллығын билдәләй

Тулыраҡ: Башҡортостан был аҙнала үҙенең 100 йыллығын билдәләй

1919 йылдың 20 мартында үҙәк власть һәм башҡорт хөкүмәте араһында милли автономины раҫланған килешеү төҙөлә, ә 23 мартта рәсми мәғлүмәт матбуғатта баҫтырыла. Төбәктә юбилей айҡанлы байрам саралары үтә. Милли музейҙа башҡорт автономияһы төҙөлөү тарихын сағылдырған яңы экспозиция асылһа, 100 йыллыҡҡа тәғәйенләнгән яңы төҙөлөш объекттарының эше тамамланыуға табан бара. Нәзибә инәй Мәхмүтова үҙенең 100-сө яҙын ҡаршылай. Башҡортостан автономияһы барлыҡҡа килеп бер аҙна үткәс, Дүртөйлө районы Мәҫкәү ауылында донъяға килгән ул. Республика менән бергә үҫкән, шундай уҡ әүҙем, сағыу һәм ҡатмарлы бер быуатлыҡ ғүмер юлы үткән. Милли музей байрамға экспозиция залы ғына түгел ә тотош бинаны әҙерләгән. Әйткәндәй, 100 йыл элек бында Башҡорт хөкүмәте урынлашҡан булған. Мәғлүмәтте раҫлаған фотоһүрәт күргәҙмәлә лә урын алған. Музейға килеүселәр1917 йылғы революция, граждандар һуғышы һәм башҡорт автономияһын төҙөүҙә ҡатнашҡан арҙаҡлы шәхестәр тураһында яңы экспозициялаҙы күрә ала. Залдың уртаһында бер быуат элек 23 мартта «Известия» газетында сыҡҡан килешеү ҙә эленгән. Шулай уҡ 1917 йылда Әхмәт-Зәки Вәлиди төҙөгән башҡорт автономияһының картаһы, башҡа мөһим документтар һәм башҡорт ғәскәре һалдаттарының ҡоралдары, формаһы. Башҡортостан Рәсәй тарихындағы беренсе автономиялы республика. Тарихыбыҙ ҡатмарлы, беҙ уны баһаларға түгел, ә белергә, ҡабул итергә һәм хөрмәтләргә генә тейешбеҙ, тей тарихсылар. Сәнғәт әһелдәре, атап әйткәндә хореографтар тарих биттәрен бейеү аша сағылдыра. Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле юбилейға ике бейеү ҡуйған. «Салауат » һәм “Русь”.100 йыл элек үҙ дәүләтенә эйә булған халыҡҡа артабан үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр асыла. Республика әле лә әүҙем үҫеш юлында. Һуңғы бер нисә йылда Башҡортостан оло төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Мәктәптәр, дауаханалар, күперҙәр һәм спорт объекттары. Затон биҫтәһендәге ҙур спорт комплексы айырым иғтибарға лайыҡ. 14 гектар ерҙә урынлашҡан комплекс тиҙҙән әҙер буласаҡ. Әлегә заманса 4 бассейн һыу менән тултырылған һәм спортсмендарҙы ҡабул итергә әҙер. Комплекстың дөйөм хаҡы – 3миллиард һум. Быйыл йәй ул Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итәсәк.Ә юбилей йылында72 яңы объект сафҡа индерелергә тейеш. Төп байрам саралары 23 март башҡалала башланһа, артабан ул бөтә республика райондары һәм ҡалаларында билдәләнәсәк.