Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Америкала ташҡын һөҙөмтәһендә өс кеше һәләк булған, берәүһе хәбәрһеҙ юғалған. 14 штатта йәмғеһе 9 миллиондан ашыу кеше бәлә-ҡаза күргән. Циклондар арҡаһында Миссури һәм Миссисипи йылғаларында һыу кимәле күтәрелгән. Бер-нисә штатта ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.

737 MAX сериалы Боинг самолеттарының программа тәьминәте яңартылып, пилоттарҙы ҡайтанан әҙерләйәсәктәр. Ике авиакатастрофанан һуң компания етәкселеге ошондай ҡарарға килгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Эфиопия менән Индонезиялағы фажиғәләрҙә 346 кешенең ғүмере өҙөлдө. Был ике осраҡтың оҡшашлығын ҡара йәшниктәге мәғлүмәттәр дәлилләй, тине Эфиопияның транспорт министрлығы.

Интернет селтәрҙәрендә үкән йылдың декабрь айында Камчатка өҫтөндә метеор шартлаған мәлдең видеоһы килеп сыҡҡан. Астрофизиктар фекеренсә, шартлау ваҡытында Хиросималағы атом бомбаһынан 10 тапҡырға күберәк энергия бүленеп сыҡҡан. Ун метр диаметрлы болид секундына 32 километр тиҙлектә осоп ер атмосфераһына үтеп ингән.