Өфөлә асфальтты ямау эштәре башланды.

Тулыраҡ: Өфөлә асфальтты ямау эштәре башланды.

Ҡаланың юл-төҙөлөш лабороторияһы белгестәре соҡорҙарға түшәлгән ҡатнашманың сифатын тикшерә. Асфальт өлгөһө заводттан алынып, артабан махсус лабороторияға ебәрелә. Был ҡатнашма асфальттағы соҡорҙарҙы ямау өсөн тәғәйенләнгән. Көндәрҙең әле һалҡынса тороуо сәбәпле юл төҙөүселәр шыйыҡ асфальт ҡуллана. Техник күҙәтеү белгестәре әйтеүенсә, Өфөлә асфальт дәүләт стандарттарына ярашлы түшәлә. Асфальтты түшәр алдынан ҡаланың юл-төҙөлөш лабороторияһы белгестәре уның өлгөһөн ала. Заводтан алынған ҡатнашма бер-нисә махсус тикшереү үтә. Белгестәр билдәләүенсә, яңы асфальт кәмендә дүрт йыл хеҙмәт итергә тейеш. Әле Өфө урамдарында ике йөҙгә яҡын махсус техника һәм 300-гә яҡын юл төҙөүсеһе эшләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Радий Хәбиров 1 июнгә тиклем башҡалалағы асфальтты ямап бөтөргә ҡушты.