Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе белгес Алексей Пастухов һүҙҙәренсә, ҡулланылмай ҡалған асфальт ҡалдыҡтарын иретеп юлдарҙағы соҡорҙарҙы бөтөрөп була. Бындай алым күпкә отошло һәм еңел. Юлдағы соҡор-саҡырҙарҙы ямап ҡуйыу өсөн иҫке асфальт киҫәктәре тәүҙә юғары температуралы махсус ҡорамал эсенә оҙатыла. Яҡынса ярты сәғәттә ул тулыһынса иреп бөтә. Иҫке асфальт ҡалдыҡтарын ҡабаттан эшкәртеү ысулы менән Алексей Пастухов Канада белгестәре аша өйрәнә. Ҡулланылмай ҡалған киҫәктәрҙе эшселәр юлда ремонт булған ерҙән барып ала. Уларҙы ни бары иретергә һәм соҡорға һыларға ғына кәрәк, ти белгес. Бындай алым өсөн күп эшсе һәм техника талап ителмәй. Ямалған соҡор оҙаҡ хеҙмәт итһен өсөн, асфальтты мотлаҡ эҫе көйөнә һалырға кәрәк. Бының өсөн эшселәр сеймалдан тыш, ерҙе лә йылыта.Был йылытыу ҡорамалы яҡынса 15-20 минут торорға тейеш. Күренеүенсә, әле соҡорға һалынған элекке асфальт ирегән. Уны эшселәр ергә тигеҙләп һала. Әйткәндәй, эш барышын соҡор-саҡырға бер нисә йылытыу ҡорамалан ҡуйып, тиҙләтергә мөмкин.Асфальт ҡалдыҡтарына шулай уҡ ваҡ ҡына ҡырҡылған шыптыр ҙа һалалар. Ул сеймалды тағы ла ныҡлы һәм һығылмалы итә. Бер көн эсендә эшселәр яҡынса утыҙ квадрат метрҙа соҡор ремонтлай. Бындай ысул менән һыуыҡ көндәрҙә лә ерҙе йылытып юлды ремонтлау мөмкинселеге бар. Ямалған соҡор яҡынса дүрт-биш йыл хеҙмәт итә, ти белгес.
Юлдағы соҡорҙарҙы ямау өсөн отошло ысул
Тулыраҡ: Юлдағы соҡорҙарҙы ямау өсөн отошло ысул