Ураҡ-2015

Тулыраҡ: Ураҡ-2015

Башҡортостан аграрийҙары оло ураҡты башлай, быйыл уңыш 3 миллион тоннанан ашыу булыр тип көтөлә. Әлеге көнгә 30-лаған районда ужым культураларын сабыу эштәре бара, 2 тиҫтәләгәне иген һуғыуҙы башлаған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ужым баҫыуҙарының 3 проценты, 13 мең ярым гектары сабылған. 1 процент тирәһе һуғып ырҙынға оҙатылған. Иң яҡшы күрһәткестәр Стәрлетамаҡ хужалыҡтарында, район аграрийҙары майҙандарҙың 13 процентында сабыуҙы тамамлаған. Республика буйынса уртаса гектар ҡеүәте 23 центнер тирәһе. Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин әйтеүенсә, быйыл игенселәр алдында ураҡты ойошҡанлы һәм ҡыҫҡа ваҡытта юғалтыуһыҙ башҡарып сығыу бурысы тора.