Республика кардиология үҙәгендә быйыл сабыйҙарҙың йөрәгенә операция эшләү өсөн яңы корпус төҙөлә башлаясаҡ. Объект хирургия өлкәһендә күп мөмкинлектәргә ирешергә һәм алыҫ райондан килгән пациенттарға сифатлы ярҙам күрһәтеүгә тағы бер этәргес бирә.
Тыумыштан йөрәк кәмселеге менән яфаланыусы һигеҙ йәшлек Артем Шәриповтың сәләмәтлеген хирург көн һайын тикшереп тора. Пациенттың кескәй генә йөрәге өс операция кисергән. Табиптарҙың ярҙамынан һуң, Артемдың хәле күпкә яҡшырған. Кескәй йөрәктәргә операция эшләү ҙур яуаплылыҡ һәм иғтибарлылыҡ талап итә, ти кардиохирургтар. Баланың йөрәгенә операцияны ни тиклем иртәрәк эшләһәләр, шул тиклем уңышлыраҡ була.
Операция өҫтәлендә бер ай ҙа тулмаған сабый. Ул ни бары ике килограмм да, ике йөҙ грамм. Был операция иң ауырҙарынан һанала, ул яҡынса дүрт-биш сәғәт дауам итәсәк.Билдәле булыуынса, сабый үҫә килә, ҡуйылған протез бәләкәйә. Йөрәк тибеше яҡшы булһын өсөн, хирургтарға ҡуйылған протезды билдәләнгән ваҡытта алыштырырға тура киләсәк.
Оҙайлы операциянан һуң пациенттар икенсе бүлмәгә оҙатыла. Уларҙың хәле тикшерелгәс, ата-әсәләре сабыйҙарын күрә ала. Урындағы кардиохирургтарға башҡа ҡала белгестәре менән дә тәжрибә уртаҡлашыу ҙур һөҙөмтә бирә. Башҡортостандың йөҙ йыллығы уңайынан, быйыл Республика кардиология үҙәгендә яңы корпус төҙөлә башлаясаҡ.Республика кардиология үҙәгендә йөрәккә йылына 500-гә яҡын операция эшләнелә. Сабыйҙарҙың йөрәк кәмселеген алыу һәм уларға яңы тормош бүләк итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.