Башҡортостан ихаталары

Тулыраҡ: Башҡортостан ихаталары

“Башҡорт ихаталарын” төҙөкләндереүгә бер миллиард ете йөҙ миллион һум аҡса бүленә. Күп фатирлы йорт биләмәләрен кешеләр өсөн уңайлы итеп күркәмләндереү программаһына ярашлы, киләһе алты йылда республиканың бар 63 муниципалитетында 2 мең 903 ихата төҙөкләндереләсәк. Шуларҙың биш йөҙгә яҡыны быйылғы сентябргә әҙер буласаҡ.

Халыҡ барҙа хаҡлыҡ бар, тигән боронғолар. Наталья Савинычева ҡыҫыҡ ихатала ҙур хоккей биләмәһенән тарһына. Уның фекеренсә, спорт ҡоролмаһы йорттан 40 метр арауыҡта булырға тейеш.Башҡала үҙәгендәге туғыҙ ҡатлы йорттоң дөйөм йыйылыш ҡарары дүртйөҙгә яҡын фатир хужаларының ихатаға ҡағылышлы уртаҡ фекеренә нигеҙләнә. Йорт тирәләй майҙанды күркәмләндереүҙең әлеге мәлгә дизайн проекты раҫланған. Төҙөкләндереү эштәрен ҡар иреп бөткәс тә башларға әҙерләнәләр.Фатир хужаларын тәү сиратта борсоған мәсьәлә — машиналар ҡуйыу урынын булдырыуҙы хәл итер өсөн  — ихата юлын метр ярымға киңәйтеү ҡаралған.

Тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү сараһы булараҡ – тәүлек әйләнәһенә видеокүҙәтеү камералары эшләйәсәк. Биләмәләрҙең файҙалы яғын йортта йәшәгән кешеләр үҙҙәре һайлай. Әммә уртаҡ талаптар ҙа бар. Ихатала спорт биләмәһе, балалар майҙансығы һәм ял урыны булырға тейеш. Спорт биләмәһе менән балалар майҙансығы еренең йомшаҡ материалдан түшәлеүе мотлаҡ. 2019 йылда Өфөлә 145 күп фатирлы йорт тирәләй 85 ихатаны төҙөкләндереү бурысы тора. Бының өсөн ҡаҙнанан алты йөҙ меңгә яҡын аҡса бүленгән.

Эштәр хаҡының бер процентын йорт халҡы өлөшләтә үҙе күтәрә. Биш процентын ҡала хакимиәте үҙ иңенә алһа, хаҡтарҙың 94 проценты республика бюджеты иҫәбенә ҡаплана. Сибайҙағы Чайковский урамындағы ихатаны бер юлы өс йорт файҙалана. Бында ла автомобиль ҡуйыу урындары етмәй. Балалар өсөн ара-тирә турник-бәүелсәктәр ҙә ихатаға күркәмлек өҫтәмәй. 2019 йылда төҙөкләндереү программаһында ҡатнашырға кешеләр үҙҙәре тәҡдим иткән. Муниципалитет ғаризаларҙың былтырғынан аҙыраҡ икәнен йәшермәй. Быйыл комплекслы төҙөкләндереүгә баҫым яһала. Сибайҙа йәмғеһе 6 ихата үҙгәреш көтә.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ихаталар төҙөкләндереү – өҫтөн йүнәлеш. Программа алты йылға иҫәпләнгән. Финанслау тәртибенән тыш мотлаҡ эштәр исемлеге лә раҫланған. Ихата уңайлы һәм хәүефһеҙ булырға тейеш. Ҡарарҙарҙы фатир хужалары үҙҙәре ҡабул итә, шуға ла урындағы властарҙың улар менән тығыҙ бәйләнеш тотоуы хуп.”Башҡорт ихаталары” програмаһына ярашлы, республикала 480 биләмәне төҙөкләндереү күҙ уңында тотола. Бөгөн проекттар экспертиза үтеү мәлендә. Ғәмәлдә эште майҙа башлап 31 авгусҡа тулыһынса тамамлау йөкләмәһе ҡуйылған.