23 мартта донъяның метеорологтары һөнәри байрамын билдәләй

Тулыраҡ: 23 мартта донъяның метеорологтары һөнәри байрамын билдәләй

Рәсәйҙең Гидрометеорология үҙәге барлыҡҡа килгәнгә быйыл 185 йыл. 1834 йылдың 26 апрелендә Санкт-Петербург ҡалаһында император Николай I магнит-метеорологик обсерваторияһын асыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Ул көндән алып 99 йыл үткәс Өфөлә Башҡорт АССР-ының гидромет хеҙмәте идаралығы ойошторола.

Бөгөн илебеҙҙең күп кенә иҡтисад тармаҡтарының туҡтамай эшләүе, экологик хәл-торош, транспорт хәүефһеҙлеге, халыҡты тәбиғәт һәләкәттәренән һаҡлап ҡалыу метеорологтарҙың яуаплылығына, хеҙмәтен юғары кимәлдә башҡарыуына барып тоташа. Был йәһәттән авиация метеорологтарының эшмәкәрлеге лә бик мөһим.Аяҙ көндәрҙә, ел-ямғырҙа, йәшен йәшнәгәндә, томан төшөп күк болотлағанда булһынмы, юлды ҡар һырынтылары ҡаплаһынмы — самолеттарҙың Өфө аэропортына хәүефһеҙ ултырыуы һәм төрлө йүнәлештәрҙә бер ҡаршылыҡһыҙ осоп китә алыуы, йә иһә осоу ваҡытын кисектереп тороуы тураһында ҡарар ҡабул ителеүе –барыһы ла туранан-тура аэропорт янындағы метеостанцияның эшенә бәйле.

Алла Фролованың эше һандар һәм кодтар менән йәшерелгән. Ростов өлкәһендә тыуып үҫкән ҡыҙ, метеорология техникумын тамамлағандан һуң Өфөгә эшкә йүнәлтелә.Метеостанция хеҙмәткәрҙәренең яртыһынан күбеһе сит төбәктәрҙән эшкә ебәрелгән. Татьяна Ибраһимова Әстрәхән өлкәһенән.Бер нисә йыл элек кенә синоптиктан сират өҙөлмәһә, хәҙер бөтә күрһәтмәләрҙе пилоттар интернет аша ла ҡабул итә ала һәм пассажирҙарын бәлә-ҡазаһыҙ алып барып еткереү өсөн ҡайһы ваҡыт үҙе өсөн хәүефле аҙымдарға бара.Төрлө ҡалаларҙа урынлашҡан аэропорттарҙа экипажды ниндәй һауа шарттары көтөүен Өфөнөң авиация метеорологтары инде 80 йылдан ашыу өҙлөкһөҙ хәбәр итә.

Станцияла 11 синоптик эшләй. Урындағы һауа торошо тураһында мәғлүмәтте уларға техник-метеорологтар әҙерләй. Ә тиҫтә йыл әүәл төп эш урамда башҡарыла.Был метеомайҙан станция тарихының бер өлөшө. Һауа торошон билдәләү процесы компьютерлаштырылғанға тиклем метеорологтар ошо майҙанға сығып ел йүнәлешен, тиҙлеген, яуым-төшөм кимәлен һәм башҡа күрһәткестәрҙе билдәләгән.Һауаның үтә күренмәлелеген билдәләү өсөн дә ябай әммә ышаныслы ысул  — осоу юлы ситенә теҙелгән лампалар ҡулланылһа, хәҙер был функцияны импульслы фотометр башҡара.

Метеоприборҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн 5 инженер яуап бирә. Инженермы ул, техник булһынмы, синоптикмы – бөтәһенең дә эше берҙәй яуаплы. Был ҡыҙыҡлы һөнәргә илдең тик бер генә уҡыу йорто — Санкт –Петербургта урынлашҡан Рәсәй дәүләт гидрометеорология универститетында уҡыталар. Белгестәрҙең етмәүе лә ошонан килә. Йәш белгестәрҙе эшкә өйрәтеү 30-40 йыллап авиация метеостанцияһында хеҙмәт иткән тәжрибәлеләр иңенә төшә. Аяҙ көндәрҙә лә, ел-буранда ла метеостанция белгестәре уяу һәм улар тәүлек әйләнәһенә хәүефһеҙлек һағында.