Сибайҙа юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре “Иғтибар-балалар” операцияһы сиктәрендә кадеттар менән ҡала урамдарында рейд үткәрҙе. Йәш инспекторҙар тәүҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүгә һынау тотто, юл-патруль хеҙмәте машинаһына ҡуйылған ҡорамалдар менән танышты. Рейд ваҡытында улар водителдәргә буклеттар таратты, автомобилдә балаларҙы йөрөтөү талаптарының үтәлешен тикшерҙе.
“Иғтибар-балалар” операцияһы
Тулыраҡ: “Иғтибар-балалар” операцияһы