Өфөлә Бельский һәм Пугачев урамдары киҫелешендәге һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарға ваҡытлыса нығытма һалынды. Ул ташҡын ваҡытында юлды һыу сығыуҙан һаҡлай. Бындай дамба тап был киҫелештә беренсе йыл һалынмай. 2016 йылда ташҡын һыу ошо уҡ юлға сығыу сәбәпле, машиналар үтә алмағайны. Быйыл яҙғы осорға әҙерлек саралары алдан уҡ күрелә. Боҙ тулыһынса китеп, йылға урынына ҡайтҡас, грунт өйөмө һалынған урын таҙартыласаҡ.
Өфөлә һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарға ваҡытлыса нығытма һалынды
Тулыраҡ: Өфөлә һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарға ваҡытлыса нығытма һалынды