Башҡортостан һәм Белоруссия араһында тауар әйләнеше 60 процентҡа артҡан. Ошо турала Республика етәксеһе Радий Хәбиров Белоруссияның Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Владимир Семашко менән осрашыуҙа белдерҙе.Ике республика 2011-се йылдан алып тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ошо арауыҡ эсендә 11 килешеүгә ҡул ҡуйылған. Уҙған йылда яҡтар араһында тауар әйләнеше 690 миллион һумдан ашып киткән. Башҡортостанды күпселеген Белоруссияла етештерелгән ауыл хужалығы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ техникаһы ҡыҙыҡһындыра. Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Мехмет Самсарҙы ҡабул итте. Яҡтар шулай уҡ төрлө өлкәлә хеҙмәттәшлек алып барыу тураһында фекер алышты һәм киләсәккә маҡсаттар билдәләне.Башҡортостан республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған тантаналарға башҡа илдәрҙән дә бихисап ҡунаҡтар килде. Улар араһында Германия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре вәкилдәре лә булды.
Эшлекле осрашыуҙар
Тулыраҡ: Эшлекле осрашыуҙар