1919 йылдың 20 мартында үҙәк власть һәм башҡорт хөкүмәте араһында милли автономияны раҫланған килешеү төҙөлә, ә 23 мартта рәсми мәғлүмәт матбуғатта баҫтырыла. Тап ошо көн төп тантаналар өсөн һайланды ла инде. Сара шәмбелә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте. Борон-борондан ҡунаҡсыллығы менән дан тотҡан Башҡортостан ере үҙенең йомартлығын, киң күңелле халыҡ йәшәгән төбәк икәнен йәнә берҙе иҫбатланы. Йөҙ йәшен билдәләгән республика илдең төрлө тарафтарынан ҡунаҡтарҙы ихлас ҡабул итте. Уларҙы милли ризыҡтар менән һыйлап, һыбай менгән башҡорт яугирҙары һәм милли кейемдәге робот ҡаршыланы.Төп тантана “Башҡортостан” исемен йөрөткән дәүләт концерт залында башланды. Фойела төбәктең ҡаҙаныштары, башҡорт еренең борондан алып бөгөнгәсә яҙмышын сағылдырған күргәҙмә һәм милли проект сиктәрендә билдәләнгән киләсәккә үҫеш планы менән дә танышырға мөмкин ине. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, бер быуатлыҡ тарих биттәрен ғорурлыҡ, бәрәкәтле ерҙәрҙе васыят итеп ҡалдырған ата-бабаларыбыҙға рәхмәт хистәре менән ябып, киләһе ике йөҙ йыллыҡты ҙур өмөттәр менән башлайбыҙ, тине. Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, төрлө илдәрҙән делегациялар, төбәк етәкселәре, сәйәсмәндәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ сығышын тамашасыларҙы башҡорт телендә сәләмләп башларға тырышты.Ысынлап та, Башҡортостан — башҡа субъекттар өсөн һәр йәһәттән дә үрнәк булып тора. Ул – татыулыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө – быуаттар буйына йөҙҙән ашыу милләт иңгә-иң терәшеп, башҡорт еренә һыйынып йәшәй.Рәсәй тарихындағы тәүге милли автономия тәжрибәһенә таянып, башҡа субъекттар ҙа үҙенең республикаһын төҙөнө. Бөгөн дә Башҡортостан иң алдынғылар рәтендә — илдең терәк төбәге.Тантаналы сығыштарҙан һуң, ҡунаҡтар 800-ҙән ашыу артист ҡатнашлығында сағыу концерттан тамаша ҡылды. Төбәктең иң көслө йыр ансамблдәре, фольклор коллективтары һәм “алтын тауышлы” яҡташыбыҙ Асҡар Абдразаҡов тыуған еренә дан йырланы. Республика юбилейын имен, тыныс шарттарҙа, юғары уңыштар, күтәренке кәйеф, йөҙҙәрсә миләттең дуҫлығы, татыулығы руханда ҡаршылай. Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы автономияһында беренсе булып 100 йыллығын билдәләүе яуаплылыҡты ла күп тапҡырҙарға көсәйтә. Һис шикһеҙ, төп тантаналар бар ҡунаҡтарҙа ла көслө тәьҫораттар ҡалдырҙы. Артабан иһә юбилей айҡанлы саралар төбәктең бөтә район-ҡалаларын солған аласаҡ.
Йөҙйәшәр республика икенсе быуатына аяҡ баҫты
Тулыраҡ: Йөҙйәшәр республика икенсе быуатына аяҡ баҫты