Төбәк башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында республиканың 100 йыллығына арнап тарихсылар, социологтар, политологтар, дәүләт эшмәкәрҙәре һәм студенттар түңәрәк өҫтәлгә йыйылды. Башҡортостандың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында һүҙ барҙы унда. Белгестәр республиканың автономия алыуы төбәк һәм уның халҡы өсөн әһәмиәтле сәйәси-ижтимағи ваҡиға, тип белдерҙе. Башҡортостанда дәүләтселек билдәләре элек-электән булған. Халҡыбыҙ территориаль үҙаллылыҡҡа ҙур иғтибар бүлгән һәм Рәсәйҙә беренсе булып автономияға ынтылған.
Башҡортостандың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге
Тулыраҡ: Башҡортостандың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге