“Башҡортостан оҫталары” һөнәри конкурсында еңеүселәр билдәләнде

Тулыраҡ: “Башҡортостан оҫталары” һөнәри конкурсында еңеүселәр билдәләнде

Был ярыш йәмәғәтселек иғтибарын социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә һәм ошо эшкә ойошма-предприятиеларҙы йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә үтте. Конкурстар социаль партнерлыҡ нигеҙенә ҡоролған Республика өс яҡлы комиссияһының эшмәкәрлек планына ярашлы үткәрелә. 2018 йылда 32 ойошманан ярышта ҡатнашырға теләк белдергән 49 ғариза ҡабул ителгәйне. 10 номинация буйынса 17 еңеүсе билдәләнде. Нефтекама нефть колледжы тармаҡта сәләмәт йәшәү рәүешен таратыу номинацияһында икенсе урынға сыҡты. Республиканың Хөкүмәт, эш биреүселәр һәм профсоюз вәкилдәрен берләштергән өс яҡлы комиссия ултырышы мөһим мәьәләләрҙе хәл итеү майҙанына әйләнергә тейеш. Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарған Ленара Иванова комиссия ағзаларын әүҙем фекер алышыуға саҡырҙы. Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса килешеүгә ярашлы Башҡортостанда “Лайыҡлы хеҙмәт” программаһын, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә ҡағылышлы дәүләт сәйәсәтен бойомға ашырыу һөҙөмтәләре үткән йыл күрһәткестәренән юғарыраҡ. Республикала халыҡтың ғәмәли килем кимәле артҡан, эш хаҡы күтәрелгән, эшһеҙлек кимәле төшкән. Комиссия киләһе өс йылға Республика Килешеүе проектын раҫланы һәм сираттағы ултырышын күсмә тәртиптә үткәрергә килеште.