Миланда водитель үҙ автобусына ут төрткән. Был ваҡытта салонда 51 уҡыусы булған. Документтарҙы тикшереү өсөн мәктәп автобусын полиция хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Шул ваҡытта водитель автобусға бензин һибеп ут төртә. 14 баланың тәне бешкән. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, водитель ут төртөр алдынан Урта диңгеҙҙә кешеләр үлемен туҡтатығыҙ тип ҡысҡырған.
Бразилияның яңы президентына бәйле ғауға сыҡты. Ил етәксеһе һәм уның яҡындарын ультра уң енәйәтсел төркөмдәр ағзалары менән бәйләнештә ғәйепләйҙәр. Ҡораллы төркөмдәр Бразилияла үҙ тәртибен урынлаштырырға тырыша. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2017 йылда ғына улар 63 мең кешене үлтергән.
Франция премьеры Эдуар Филипп илдә тәртипһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн күрелгән саралар һөҙөмтә бирмәй, тип белдерҙе. Ул “һары жилеттарға” экстремистар менән бергә демонстрациялар үткәреүҙе тыйған. Һуңғы демонстрацияла вандалдар Парижда 80 кибеткә зыян килтергән. Бынан һуң ҡаланың полиция етәксеһе эшенән бушатылған. Макрон ялдан ҡайтып ашығыс кәңәшмә үткәргән.
Американың Техас штатында рәссам Стэн Херд киләһе һайлауҙа Америка президенты вазифаһына дәғүә итергә теләк белдергән Бето О Рурктың портретын эшләгән. Рәссам төрлө төҫтәге тупраҡ ҡушып 80 сутыйҙан ашыу майҙанда ерҙе һөргән. Быға ике аҙна самаһы ваҡыт талап ителгән.