2019 йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы Өфөлә эшләй

Тулыраҡ: 2019 йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы Өфөлә эшләй

29-сы тапҡыр үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнашыусылар был исемде алыу өсөн бик оҙаҡ әҙерләнде һәм көсөргәнешле көрәш алып барҙы. Иң-иңдәрҙе баш ҡаланың ҡала мәҙәниәт һарайында тәбрикләнеләр. Василий Сухомлинский исемендәге миҙалға 29-сы “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы ҡатнашыусылары араһынан жюри ағзалары Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы Илгиз Истамғәлин һәм Баймаҡтың 2-се мәктәп уҡытыусыһы Әлфиә Байрамғолова лайыҡлы тип тапты.Быйыл конкурста 200 ашыу уҡытыусы ҡатнашҡан. Уларҙы баһалама комиссияһы төрлө яҡлап һынай.Залда мәғариф ветерандарының булыуы байрамға мәртәбә өҫтәне. “ Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһен башлаусы Роберт Арыҫланов та ҡәҙерле ҡунаҡтар рәтендә ине.Республиканың иң йәш уҡытыусыларына улар алдында баҫып тороу икеләтә тулҡынландырғыс. “Йылдың иң яҡшы йәш уҡытыусыһы” исемен алыу ҙа – ҙур баһа. Бәйге төбәктең генә түгел, илдең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын да берләштерә. Һарытау өлкәһенән Римма Биктимероваға 4 бала тел өйрәнергә йөрөй. Уҡытыусы башҡорт телен йәшерен шарттарҙа тиерлек өйртә. Сәбәбе — уҡытыу өсөн таныҡлыҡ ала алмай. Ә ата-әсәләрҙә тел өйрәнеүгә ыңғай ҡараш тыуҙыра алған.Тамашасылар һөйөүен яулаусы уҡытыусылар ҙа билдәләнде. Ә бәйгенең абсолют еңеүсеһе – Өфөнөң Аркадий Гайдар исемендәге 47-се гимназияһының иҡтисад фәне уҡытыусыһы, директор урынбаҫары Ирина Хисмәтуллина. “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе көрәшеү ҙә, тәжрибә алыу ҙа майҙаны, йәш уҡытыусыларға көс туплау сығанағы, ә өлкәндәренә һөнәрҙәрен дөрөҫ һайлауҙарын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлау мөмкинлеге.