Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бындай ҡоролмалар менән мөмкин тиклем күберәк йорттарҙы йыһазландырыу кәрәклеге тураһында белдерҙе. Янғында һәләк булған балаларҙың 80 проценты ата-әсәләрҙең бәләкәстәрҙе үҙҙәрен генә ҡалдырып киткән осраҡта теркәлә. Бәлиғ булмағандар ут сығыу хәүефен тейешенсә баһалай алмай. Һуңғы 3 йыл эсендә генә янғында 35 баланың ғүмере өҙөлгән. Янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары был статистиканы күпкә кәметергә тейеш тигән ышаныста белгестәр. Социаль хәүеф категорияһына ингән, күп балалы һәм ғаиләһендә 2018 йыл башынан бала тыуған ғаиләләргә иҫкәртеү ҡоролмалары бушлай таратыла. Был эште тейешенсә ойоштормаған хакимиәт етәкселәренә шелтә еткерҙе Радий Хәбиров.Дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә яҙғы ташҡын көн тәртибенә сығарылыған төп мәсьәләләрҙең береһе ине. Башҡортостан һыу ятҡылыҡтары быйыл ғәҙәттәгенән 2-3 көнгә иртәрәк боҙҙан әрселәсәк. Шул уҡ ваҡытта ҙур ташҡын көтөлмәй тиелде унда. Ҡыш ҡарлы булыуға ҡарамаҫтан, синоптиктар быйылғы ташҡынға оптимистик фараздар бирә. Республиканың күпселек өлөшөндә ҡарҙағы һыу запасы ғәҙәттәгенән аҙыраҡ. Ә бына Урал аръяғында ташҡын хәүефе киреһенсә, юғары. Бигерәк тә таулы райондарҙа боҙ тығылыу ҡурҡынысы бар. Быны иҫкәртеү өсөн шартлатыу эштәре башҡарыла, тик бер нисә муниципалитет тейешле килешеүҙәр төҙөмәгән. Яҙғы ташҡынға һауа торошо үҙгәрештәр индереүе лә ихтимал. Шуға күрә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан әҙерлек сценарийы барлана, кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 259 пункт булдырылған.2020 йылда бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы үтәсәк. Республикала уға әҙерлек барышы менән Башҡортостан буйынса Федераль дәүләт статистика хеҙмәте етәксеһе таныштырҙы. Сираттағыһы цифралы технологияларға нигеҙләнгән, шға ла иҫәп алыуға 10 мең кеше йәлеп ителә. Унынсы йылдағы кампанияла 15 мең кеше ине. Күптәр иҫәп алыуҙа Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ҡатнаша ала.Быйыл республикала ағас ултыртыу буйынса күләмле акция старт ала. Был башланғыс менән Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Беренсе Урман форумында сығыш яһағайны. “Йәшел Башҡортостан” тип аталған сараның маҡсаты ауыл, ҡасаба, ҡалаларҙы йәшелләндереү.Ултыртылған үҫентенең тамыры нығынған булыуы ла мотлаҡ. Ғәҙәттәгесә исем өсөн бәләкәй генә ағас олонон ергә ҡаҙып ҡуйыу булырға тейеш түгел, артабан үҫеп китерҙәйен алырға кәрәк тине республика етәксеһе муниципалитеттарға мөрәжәғәт итеп.
“Йәшел Башҡортостан” программаһы урмандарҙы тергеҙеүҙе лә үҙ эсенә ала. 20 апрелдән башлап урман фонды һәм ауыл хужалығы ерҙәрендә ағас сәсеү башлана.Ауыл-ҡалаларҙа ағас ултыртыу акцияһы экологик өмәләр менән берлектә алып барыласаҡ. “Йәшел Башҡортостан” хештегы аҫтында интернетҡа ҡуйылған фотолар буйынса еңеүселәр ҙә асыҡланасаҡ