Төҙөлөш һәм транспорт сәғәттәре

Тулыраҡ: Төҙөлөш һәм транспорт сәғәттәре

Өфөнөң Черниковка биҫтәһен, Инорс микрорайонын төҙөкләндереү, был биҫтәләрҙә торлаҡ йорттар төҙөү айырым иғтибарҙа буласаҡ. Республика шулай уҡ, Ҡыуатов исемендәге клиник дауахананың яңы поликлиникаһын сафҡа индереүгә лә ҙур ышаныс белдерә. Был турала Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡатаншылығында уҙған “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәттәрендә” әйтелде. Бөгөнгә тағы ла бер маҡсат – Стәрлетамаҡ янында, Ағиҙел аша һалынған күпергә капиталь ремонт яһау. Бының өсөн яҡынса 900 миллион һум кәрәк. Үҙ сиратында, “Башҡорт сода компанияһы” республика иҡтисадына 3 миллиард ярым һум самаһы бүлергә әҙер. Сумманың тәүге өлөшө 175 миллион һумлыҡ тәүге транш төбәк ҡаҙнаһына кисә күсерелгән. Был аҡсалар ярҙамында Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында яңы социаль обьекттарҙы сафҡа индереү ҡарала.