Аҙыҡ-түлектең сифаты СССР осорондағы дәүләт стандарттарына тап килерме?

Тулыраҡ: Аҙыҡ-түлектең сифаты СССР осорондағы дәүләт стандарттарына тап килерме?

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт комитеттары ағзалары түңәрәк өҫтәлгә йыйылып, республика халҡының дөрөҫ туҡланыуы тураһында фекер алышты һәм мөһим ҡарарҙарға килде. Ризыҡтар туранан-тура сәләмәтлеккә бәйле. Сирлеләрҙе дауалауға ҡарағанда, туҡланыу мәҙәниәтен булдырыу күпкә арзаныраҡ, тип һанай депутаттар. Улар туҡланыуға бәйле төбәк программаһын әҙерләй. Уға ярашлы, республика кибеттәренә һәм дөйөм туҡланыу учреждениеларына мөмкин тиклем ҙурыраҡ күләмдә Башҡортостан етештереүселәренең ризыҡтарын сығарыуға өҫтөнлөк биреү ҡарала. Ә илдә етештерелгән аҙыҡ-түлектең сифатын СССР осорондағы дәүләт стандарттары нормаларына ҡайтарыу тәҡдиме менән дә сығыш яһарға әҙерләнә депутаттар.