Берҙәм дәүләт имтиханының тәүге этабы

Тулыраҡ: Берҙәм дәүләт имтиханының тәүге этабы

Берҙәм Дәүләт Имтиханын көнэлгәре тапшырыу осоро башланды. Башҡортостанда аттестациялауҙың был ысулын файҙаланырға алты йөҙ меңдән ашыу кеше теләк белдергән. Айгөл Таҡтамышеваның хыялы – табип булыу. Медицина университетына уҡырға инер өсөн ул химия фәненән белем һөҙөмтәләрен яҡшыртыу маҡсатында Дәүләт имтиханын көнэлгәре тапшырырға ҡарар иткән. Мәктәпте үткән йылдарҙа тамамлаусыларҙан тыш Берҙәм дәүләт имтиханын көнэлгәре тапшырыу хоҡуғына быйыл хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, урта-һөнәри белем биреү йортон тамамлаусылар, сит илгә йәшәргә сығып китергә әҙерләнгәндәр эйә. 082-се ҡабул итеү нөктәһендә был юлы тарих менән химия фәндәренән ике йөҙгә яҡын кеше имтихан тапшыра. Ҡабул итеү барышы дөйөм танылған шарттар буйынса. Һынау тотҡандар даими күҙәтеү аҫтында. Ойоштороусыларҙан тыш имтихан ҡабул итеү нөктәһендә төбәк имтихан комиссияһы, мәғариф министрлығы, мәғариф өлкәһе эшмәкәрлеген күҙәтеү органы вәкилдәре һәм йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләй. Дәүләт имтиханын ҡабул итеү урыны булараҡ йыл да башҡа мәктәп майҙанын һайлау ҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеү сараларының береһе.Башҡаланың 94-се лицейы Берҙәм Дәүләт Имтиханын көнэлгәре тапшырыусыларҙы быйыл беренсегә ҡабул итә. Бында 20 марттан 10 апрелгә тиклем 13 төрлө фәндән һынау тоталар. Имтихан тапшырыусы тик берәү булған осраҡта ла тотош комиссия эшләй. Физик мөмкинлектәре сиклеләрҙән имтихан ҡабул итеү йәһәтенән айырым шарттар раҫланған. Комиссияның өйгә сыҡҡан осраҡтары ла бар. Берҙәм Дәүләт Имтиханының сираттағы – төп этабы -27 майҙан 1 июлгә, өҫтәмәһе — сентябрҙең 3-нән 20-нә тиклем ойошторола.