Телевизион сигнал барып етмәгән төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә хәҙер цифралы телевидениены ҡарай ала. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, махсус дәүләт программаһы сиктәрендә республикала айырым ҡатлам граждандарға ер юлдашы тәрилкәләрен бушлай ҡуя башланылар. Исемлектә пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр алған хаҡлы ялдағылар һәм балаға пособие алған әҙ тәьмин ителгән ғаиләләр инә. Фәнилә Ғаббасова ҡыуана-ҡыуана йылдар буйына тоҡандырылмаған телевизорын туҙандан таҙарта. Ниһәйәт, был йортҡа ла күптәнән көтөп алынған телевизион сигнал килеп етте. Хужабикә йорт эсендә эштәрҙе тамамлағансы, хужа тышта белгестәр менән бергә ер юлдашы тәрилкәһен урынлаштыра. Ҡоролманы беркетер өсөн тәү сиратта уңайлы урын һайларға кәрәк. Йорт эргәһендәге ағастар һәм башҡа предметтар сигналды ҡабул итергә ҡамасауламаҫҡа һәм ҡыйыҡ башынан төшкән ҡар ҙа уға эләкмәҫкә тейеш. 700-ләп кеше йәшәгән Егәҙе ауылы төпкөлдә, тауҙар араһында урынлашҡан. Шуға бында телефон һәм телевизион сигнал да килеп етмәй. Ауыл халҡы өсөн телевизор ҡарарға мөмкинлек биргән берҙән-бер ысул – ер юлдашы тәрилкәһен урынлаштырыу. Ер юлдашынан кәрәкле сигналды ҡабул иткәндән һуң, кабелде өйгә һуҙып индерәләр. Белгес бер-нисә минут эсендә телевизорҙы көйләп тә бирҙе. Хаҡлы ялдағы Ғаббасовтар өсөн был ҙур бүләк, хәҙер улар яратҡан каналдарын юғары сифатта бушлай ҡарай ала. Был йортта ла ғаилә ағзалары телевизор алдында теҙелешеп яратҡан программаларын көтәләр. Улар ҙа Ғәббәсовтар кеүек дәүләт программаһында ҡатнашып, цифралы телевидениены бушлай ҡарау мөмкинлегенә эйә. Быға тиклем ете бала үҫтергән Ғилмановтар үҙ кеҫәһенән аҡса сығарып, түләүле кабель телевидениеһын ҡарарға мәжбүр булған. Ғилмановтар республикала төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса айырым ҡатлам граждандарға цифралы телевидениеға күсеүҙә ярҙам итеүсе махсус программа эшләй башлағанын урындағы хакимиәттән белеп ҡалған. Дәүләт тарафынан ярҙам ике төрлө башҡарыла. Беренсе сиратта, цифралы приставка өсөн аҡсалата компенсация буласаҡ. Ә инде Егәҙе кеүек сигнал барып етмәгән төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә цифралы 20 каналды ҡарарға мөмкинлек биргән ер юлдашы тәрилкәһен урынлаштырыу бушлай. Был исемлектә 120 меңдән ашыу кеше. Улар приставкаға компенсация алыр өсөн ғаризаларҙы күп функциялы үҙәктәргә 2019 йылдың 25 декабренә тиклем тапшырырға тейеш. Ә цифралы сигнал барып етмәгән урындарҙа йәшәүселәргә ер юлдашы тәрилкәһен урынлаштырыуҙы һорап, урындағы хакимиәткә 3 июнгә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сөнки тап 3 июндә Башҡортостанда аналог телевидениеһы эшмәкәрлеген туҡтата. Цифралы сигнал барып етмәгән Егәҙелә хәҙер дәүләт ярҙамы менән ер юлдашы тәрилкәһе аша цифралы телевидениены ике йортта бушлай ҡарап кинәнәләр. Ауылдан тағы ла 25 ғаилә сиратта тора. Йәмғеһе, республика буйлап, алты меңдән ашыу кеше был дәүләт программаһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Әлегә ике меңләп мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Тәү сиратта, яҙғы һыуҙар юлдарҙы юҡ иткәнсе, үтеп инеүе ауыр булған төпкөл ауылдарҙан ғаризалар ҡараласаҡ.
Цифраны төпкөлгә
Тулыраҡ: Цифраны төпкөлгә