Сибайҙың интерактив картаһы

Тулыраҡ: Сибайҙың интерактив картаһы

“Сибайҙың интерактив картаһы” тип аталған онлайн-сервис булдырылды. Уның ярҙамында һәр кем үҙен борсоған һорауҙарҙы бирә һәм яуап талап итә ала. Борсоған проблема хаҡында ҡыҫҡаса яҙып, фотоһын ҡуйып ебәрһәң, ул махсус картала сағыла һәм ҡала хакимиәтенең Интернет-ҡабул итеү сайтында күренә. Артабан мәсьәлә хәл итеү өсөн тейешле хеҙмәттәргә ебәрелә. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, граждандарҙың төрлө тармаҡтарға бәйле мөрәжәғәт итеү алымдарын нисек тә еңелләштереү маҡсатында былтыр октябрҙә уҡ ошо тәңгәлдә эш башланған. Тәжрибә нигеҙендә Рәсәйҙең байтаҡ ҡалаһында файҙаланылған әлеге интерактив картаның үҙенсәлектәре өйрәнелгән. Һөҙөмтәлә хәҙер һәр кем үҙен борсоған проблемалар хаҡында тиҙ арала хәбәр итә ала. Әммә хәл-торош фотоһүрәт менән дәлилләнгән булырға тейеш.