Өфөлә мәҙәниәт көнө алдынан бильярд уйыны буйынса ҙур турнир уҙҙы. Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артистары, сәхнә йондоҙҙары, театр етәкселәре был спорт төрөндә көслөнө асыҡланы.Бильярд уйыны буйынса үткәрелгән ярышта үҙ көсөн һанап ҡарарға килгән ҡатнашыусылар махсус теркәү үтә. Ойоштороусылар тәүҙә уйын барышының ҡағиҙәләре менән таныштыра. Йәрәбә ярҙамында дәғүәселәр һайланғас, һәр кем үҙ уйын өҫтәленә юлланды. Мәҙәниәт көнө алдынан ойоштороусылар бильярд уйыны буйынса сираттағы турнирҙы тап ошо юҫыҡта эшләүсе, мәҙәниәт өлкәһенә тос өлөш индереүселәргә бағышланы. Сәхнә йондоҙҙары, театр етәкселәре, композитор, актерҙарҙың күбеһе ярышҡа беренсегә килмәй. Турнир йылына ике тапҡыр үтә. Ошо арауыҡта ул даими ҡатнашыусыларын туплап өлгөргән. Бильярд буйынса бәйге 2013 йылдан алып уҙғарыла. Йылдар дауамында барған ярышҡа ололар ғына түгел, ә йәштәр ҙә ҡыҙыҡһыныуын уята. Бильярд уйыны кешене иғтибарлы һәм тәүәккәл булырға өйрәтә.Әлбиттә, был спорт төрөн беренсе тапҡыр үҙләштереп ҡараусылар ҙа юҡ түгел. Алтмыш йыл ваҡытын бильярд уйынына бағышлаған Тимерйән Хәлилов күптәргә уҡытыусы. Ул теләгән һәр кемгә уйындың нескәлеге һәм ҡәғиҙәләренә төшөндөрә.Турнир тамамланғас, бүләктәр тапшырылды. Беренсе урынға хеҙмәттәшебеҙ, Рәсәй-Башҡортостан телеканалы хеҙмәткәре Азат Ноғманов, икенсе урынға Башҡортостан дәүләт концерт залының матбуғат бәйләнеше хеҙмәткәре Хәлил Хәмзин, ә өсөнсө урынға Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Октябрь Латыпов лайыҡ булды. Бильярд уйыны буйынса киләһе турнир республика көнөнә бағышлап уҙғарыласаҡ.
Өфөлә бильярд уйыны буйынса ҙур турнир уҙҙы
Тулыраҡ: Өфөлә бильярд уйыны буйынса ҙур турнир уҙҙы