Ырымбур өлкәһендә балалар йорто етәксеһе һәм вазифа биләүсе хеҙмәткәрҙәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды.Тап уларҙың вайымһыҙлығы арҡаһында элек хөкөм ителеүсе бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ 9 йәшлек малайҙы урлап алып сығып киткән. Енәйәтсе Силәбе өлкәһендә автовокзалда ҡулға алынды. Урланған малайҙы табиптар ҡараған, һаулығына ҡурҡыныс янамай тип хәбәр итәләр Ырымбур өлкәһенең тәфтиш комитетынан.
Балалар йортонда яңы етәксе
Тулыраҡ: Балалар йортонда яңы етәксе