Белорет районында йөк машинаһы упҡынға ҡолаған

Тулыраҡ: Белорет районында йөк машинаһы упҡынға ҡолаған

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, фура водителе тауҙан төшкәндә тиҙлекте арттырып ебәргән һәм машинаны бороп өлгөрмәгән. Был боролош Башҡортостанда юл-транспорт фажиғәләре күпләп теркәлгән участоктарҙың береһе.Был видео ла Белорет районында төшөрөлгән. Тағы ла бер ауыр йөк машинаһы тимер ҡоймаларҙы аҡтарып юл ситенә төшөп киткән. Фараздар буйынса, водителдең руль артында йоҡлап киткән булыуы ихтимал.