Республикала урып-йыйыу эштәре йылдам бара

Тулыраҡ: Республикала урып-йыйыу эштәре йылдам бара

Ауыл хужалығы эшсәндәре сыуаҡ көндәрҙән файҙаланып ҡалырға ашыға. Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса бөгөнгә ужым культуралары 25 мең гектарҙан ашыу майҙанда сабылған, 7,2 гектарҙа һуғылған. Гектар ҡеүәте 23 центнер тирәһе. Был күрһәткес Өфө районында иң юғарыһы. Ужым культуралары бында гектарынан 35 центнер уңыш бирә. Уңайлы һауа шарттарын көтөү – вайымһыҙҙарҙың эше, тиҙәр был совхозда. Уңыш өлгөргән, уны йыйып алыу өсөн һәр кем үҙенең тос өлөшөн индерә. Баҫыуҙа ете комбайн бер юлы көндө төнгә ялғап эшләй. Механизаторҙар ярышып иген һуға. Ураҡ эше үҙе дәртләндерә. Ә гектарынан 38 центнер уңыш биргән ужым бойҙайына хатта ҡарап тороуы кинәнес.Алексеевка совхозында иген өс мең ярым гектарҙа сәселгән. Шуның 730-ы — ужым културалары. Июнь айындағы эҫелә үҫемлектәр бер аҙ зыян күргән, әлбиттә. Улар хужалыҡ буйынса иҫәпләнәсәк дөйөм күрһәткестәргә артабан йоғонто яһаясаҡ. Бөгөнгә иһә эшсәндәр яҡшы уңышҡа иҫәп тота. Елгәргестәргә көнөнә 300 тоннанан ашыу иген бушатыла. Техника тотҡарлыҡһыҙ эшләй. Ашлыҡ ҡыйыҡ аҫтында бер тапҡыр таҙартылғас иген һаҡлағыстарға оҙатыла. Совхоздың ураҡҡа төшөүенә әле дүртенсе генә көн. Хужалыҡ 1000 тонна ашлыҡты келәттәргә һалған да инде.