Ямғырҙар яуыу сәбәпле быйыл башҡорт балына хаҡ артыуы ихтимал

Тулыраҡ: Ямғырҙар яуыу сәбәпле быйыл башҡорт балына хаҡ артыуы ихтимал

Әле үк умартасылар өс литрлыҡ һауыттарға тултырылған балды 1 мең 300-1 мең 500 һумға тәҡдим итә. Солоҡ балы иһә 12 мең һумға етә. Иглин районында йәшәүсе Вәлиәхмәтовтарҙың умарталығы ауылдан 5 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан. Яҡын ара, шулай ҙа юлдар тик трактор менән генә үтерлек. Ямғырлы йәй хужаларға ғына түгел, бал ҡорттарына ла ярайһы мәшәҡәттәр килтергән.Рәсүл һәм Нәсимә Вәлиәхмәтовтар үҙ эшен 2 умарта менән генә башлай. Ике йыл элек фермер булараҡ дәүләт грантын алғас, хужалыҡтарын ҙурайтырға ҡарар итәләр. Әле улар 400 умартала 200 млн-дан ашыу башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын тота. Йүкә балын һатып алыу өсөн Тау ауылына Башҡортостандан ғына түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан һәм күрше өлкәләрҙән дә киләләр. Быйылғы йәйҙә махсус кейемһеҙ умарталыҡтарға яҡын бармау хәйерлерәк, тип белдерә умартасылар. Бал ҡорттары ғәҙәттә ялан ҡулды саҡмай, үҙҙәрен тыныс тота, тиҙәр. 1-се июлдән 12-һенә тиклем, йүкә сәскә атҡан мәлдә ямғырҙар яуыу сәбәпле, бал ҡорттары һеркә йыя алмаған һәм уҫаллыҡтарын хәҙер кешелә күрһәтәләр. Былтыр Вәлиәхмәтовтан 9 тоннанан ашыу бал алһа, быйыл уңыш-5 тонна ғына. Йәғни, сығымдар үҙен аҡламай.. Умартасылар иһә көндәрҙең ҡоро тороуына һәм ҡорттарҙың ҡышҡылыҡҡа сәскәләрҙән һеркә йыйып өлгөрөрөнә ышана. Ике йыл рәттән Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә иң яҡшы сифатлы бал өсөн алтын миҙал алыусы Вәлиәхмәтовтар киләсәктә лә һынатмаҫҡа ниәтләй.