Сибайҙа карьерға һыу тултырыу билдәләнгән ваҡытҡа тамамланды

Тулыраҡ: Сибайҙа карьерға һыу тултырыу билдәләнгән ваҡытҡа тамамланды

Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Үткән йылдың декабренән ҡалала тулы әҙерлек режимы ғәмәлдә ҡала. Урындағы халыҡ тын ҡыҫылыуға, баш ауыртыуға зарланып табиптарға мөрәжәғәт итә башлағас, Радий Фәрит улы хәлде шәхсән күҙәтеүгә алды. Өфөнән табиптар төркөмө ебәрелде, улар Сибайҙа бер-нисә ай дауамында халыҡты ҡабул итте. Сибайҙан 500 бала Ҡырымда ял итеп, сәләмәтлеген нығытып ҡайтты. Быҫҡып ятҡан руда хәҙер инде һыу аҫтында ҡалды. Учалы тау –байыҡтырыу комбинаты эшмәкәрлеген дауам итеү өсөн тултырылған һыуҙы ағыҙыу буйынса эштәрҙе проектлай башлаған.