Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса көнүҙәк мәсьәләләр

Тулыраҡ: Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса көнүҙәк мәсьәләләр

Өфөлә “Торатау” конгресс-холлында Рәсәй Федерацияһы президенты ҡарамағындағы граждандар йәмғиәтен һәм кеше хоҡуҡтарын үҫтереү Советының күсмә ултырышы башланды. Ул 25-се марттан 28-се мартҡа тиклем дауам итәсәк. Совет ағзалары граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Бер-нисә кеше Сибай ҡалаһына юлланды. Улар унда урындағы халыҡ менән осрашып, ҡалалағы экологик хәлде тикшерҙе. Күсмә ултырыш барышында совет ағзалары граждандарҙы ҡабул итеү ҙә ойошторҙо.