Бөгөн Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй халыҡ фронты йыйыны уҙа

Тулыраҡ: Бөгөн Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй халыҡ фронты йыйыны уҙа

ВДНХ күргәҙмәләр комплексында һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү, граждандарҙы сифатлы һәм арзан медицина хеҙмәттәре менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу мәсьәләләре тикшерелә. Форум эшендә Республика делегацияһы ла ҡатнаша. Халыҡ фронты эксперттары йыйын алдынан төбәктәрҙә 14 дөйөм мониторинг үткәргән. Киң мәғлүмәт сараларында ошо темаға арналған меңдән ашыу материал анализланған, 700-ҙән ашыу дарыухана һәм 400-ҙән ашыу поликлиника эше тикшерелгән. Һорау алыуҙа 13 мең респондент ҡатнашҡан.