Юл һорарға тел кәрәк, аҙашҡанға күҙ кәрәк

Тулыраҡ: Юл һорарға тел кәрәк, аҙашҡанға күҙ кәрәк

Өфөнөң Кузнецов Затоны урамында йәшәүселәр инде бер-нисә йыл юл мәсьәләһен хәл итә алмай интегә. Яңы микрорайондың урамдарынан ҡайһы саҡта хатта маршрут автобустары ла йөрөй алмай. Ни өсөн урындағы хакимиәт был проблеманы хәл итергә ашыҡмай?

Был юлдар айҙың кратерын хәтерләтә, ти Кузнецов Затоны урамында йәшәүселәр. Ҡар иреп бөтөү менән юлдар ҙур күләүектәр аҫтында ҡала. Урамдың аръяғына сығыр өсөн күләүектәр аша һикерергә тура килә, ти урындағы халыҡ. Ә ямғыр яуған ваҡытта юл бөтөнләй һыу аҫтында ҡала.Яҙ етеү менән Кузнецов Затоны урамында бер үк проблема башлана. Бындай юлдан резина итек кеймәйенсә бөтөнләй йөрөп булмай.

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был мәсьәлә инде бер-нисә йыл дауам итә. Урам буйында күптәргә, бала менән коляскала соҡорҙан үтеүе ауыр. Шуға ла улар ихата эргәһендә генә йөрөүҙе хуп күрә. Ә автобус туҡталышына барып етер өсөн халыҡ төрлө ҡаршылыҡтар һыҙаты аша үтергә мәжбүр. Яңы микрорайонда йәшәүселәр әйтеүенсә, улар бер-нисә йыл рәттән урындағы хакимиәткә хат менән мөрәжәғәт итеп тә ҡараған. Тик буш вәғәҙәләрҙән башҡа бер-ниндәй ҙә яуап алманыҡ, ти улар.

Ошо уҡ урамда Киров районының “Тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү идаралығы” муниципаль бюджет учреждениеһы урынлашҡан. Улар был юлһыҙлыҡты микрорайонда төҙөлөш эштәре барыуы менән аңлата. Шулай ҙа, көндәр йылыныу менән юлдарҙы тигеҙләп сығырбыҙ тип вәғәҙәләне. Урындағы халыҡ Киров районы хакимиәтен битарафлыҡта ғәйепләй. Әгәр ҙә был мәсьәлә хәл ителмәһә, халыҡ башҡа инстанцияларға мөрәжәғәт итергә йыйына.