Республика етәксеһе иҡтисадҡа аҡса һалыуҙы арттырырға һәм күберәк торлаҡ төҙөргә саҡыра

Тулыраҡ: Республика етәксеһе иҡтисадҡа аҡса һалыуҙы арттырырға һәм күберәк торлаҡ төҙөргә саҡыра

2018 йыл йомғаҡтары буйынса төбәк төҙөлөш һәм торлаҡты сафҡа индереү, инвестициялар, ауыл хужалығы, халыҡтың реаль аҡсалата килеме буйынса планды үтәмәгән. Федераль Хөкүмәт күрһәтмәһенә ярашлы, республика алдында 2024 йылға иҡтисадҡа аҡса һалыуҙың хәҙерге күләмен икеләтә арттырыу бурысы тора. Әле ул 270 миллиард һум. Маҡсатлы күрһәткес тә билдәләнгән — йыл һайын 3 миллион 700 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөргә. Быйыл республика ҡаҙнаһына 199 миллиард һумлыҡ һалым һәм һалым булмаған килем ингән. Республика бюджетының тупланма өлөшө 240 миллиард һум. Былтыр сығым 215 миллиард һумға йәки 93 процентҡа үтәлгән.