Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында йәйәүлеләр өсөн ер аҫтынан ике үткәүел һалынасаҡ

Тулыраҡ: Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында йәйәүлеләр өсөн ер аҫтынан ике үткәүел һалынасаҡ

Улар республиканың 100 йыллығына бағышланған программа сиктәрендә төҙөлә. Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу – Өфө ҡалаһы өсөн әһәмиәтле объекттарҙың береһе. Ул – республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышлап, юбилей төҙөлөштәре исемлегенә индерелгән. Әлеге ваҡытта инженер ҡоролмаларын төҙөүҙең өсөнсө сиратында эш ҡайнай. Участкаларҙың артабан нисек йыһазландырылыуын архитектура проекттарында күрергә мөмкин, ти Радмил Мөслимов. Яр буйын төҙөкләндереүгә ҡарата халыҡта төрлө фекер йәшәй. Әммә Дуҫлыҡ монументы янында йәйәүлеләр өсөн ике ер аҫты үткәүеле барлыҡҡа килеүгә тик ыңғай баһа ғына бирелә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, дуҫлыҡ монументы янында былтыр ете кеше йәрәхәтләнә. Ер аҫты үткәәүеле бындай күңелһеҙ ваҡиғаларҙы кәметергә ярҙам итәсәк.Ошо урында йәйәүлеләр өсөн ер аҫты юлы буласаҡ.Уның оҙонлоғо 120 м, әле иһә бында ремонт эштәре бара.Быйыл декабрь айына эштәр тамамланыр тип күҙаллана.