Башҡортостан халыҡтары телдәре – республиканың милли ҡаҙанышы

Тулыраҡ: Башҡортостан халыҡтары телдәре – республиканың милли ҡаҙанышы

“Торатау” конгресс-холлында Рәсәйҙә аҫаба халыҡтар телдәре йылына арналған “Башҡортостан халыҡтары телдәре – республиканың милли ҡаҙанышы” форумы үтте. Сарала ҡатнашыусылар республикалағы хәҙерге тел сәйәсәтен үҫтереү буйынса мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Шулай уҡ телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса яңы идеялар һәм тәжрибә менән уртаҡлашты. Түңәрәк өҫтәлдә фәнни һәм эксперт берекмәләре вәкилдәре, төрлө йәмәғәт ойошмалары ағзалары, дәүләт һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.