Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров тыуған көнөн билдәләй. Башҡорт халыҡ йырҙарын тергеҙеүсе, уларҙы киң ҡатлам тамашасыларға еткереүсе сәхнә йондоҙон юбилейы менән ижадташ дуҫтары һәм тамашасылар тәбрикләне. Республиканың төп тамашалар үҙәге- “Башҡортостан” дәүләт концерт залындағы был концерт тере тауыш, сифатлы моң һөйөүсөләр байрамы ине. Сәхнәнән яңғыраған халыҡ, композиторҙар йырҙары хәҙер танһыҡҡа әйләнгән. Уның сәбәбе үтә ябай. Йырҙарҙы башҡарыу буйынса бөгөн Азамат Тимеровҡа етә алғандар юҡ. Азамат Тимеровтың мәктәбе тап башҡорт халыҡ йырҙарын тейешенсә башҡарыуҙы өйрәтә. Милли зауыҡ менән бергә милли рух тәрбиәләүсе. Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров тураһында уның ижадташ дуҫтары бөгөн ошондай фекерҙә. Рус, татар халыҡ йырҙарын һәм италиян операларын иң юғары кимәлдә башҡарған Азамат Тимеровтың тауышында башҡорт халҡының үткәне ишетелә.Азамат, Ильяс, Илсе Ғайса, Ҡара ат, Ҡара юрға, Эскадрон, Уйыл, Ҡолой кантон. Был йырҙар Азамат Тимеров репертуарындағы башҡорт халҡының йөҙҙән ашыу йырының бер нисәүһе генә. Замана эстрадаһында башҡорт халыҡ йырҙарына айырым урын алырға ярҙам иткән Азамат Тимеров бөгөн эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Башҡорт халыҡ йырҙары араһында һирәк осрағандарын тергеҙеү менән бер рәттән уларҙы һаҡлау. Сәхнә эшмәкәре төп бурысын ошонда күрә.Төрки ҡәүем башҡарыусылары араһында үҙ урыны, үҙ моңо һәм үҙ тамашасыһы булған Азамат Тимеров исеме айырым яңғырай. Алтын юбилейын билдәләгән халыҡ артисының көмөш тауышын башҡаларҙыҡы менән бутап та, сағыштырып та булмай.
Алтын юбилей
Тулыраҡ: Алтын юбилей