Сентябрҙә Өфөлә тыл ҡаһармандары хөрмәтенә һәйкәл асыласаҡ

Тулыраҡ: Сентябрҙә Өфөлә тыл ҡаһармандары хөрмәтенә һәйкәл асыласаҡ

Комплекс Еңеү паркында урын ала, ул сентябрҙә асылыр тип көтөлә. Һәйкәлдең бейеклеге — 8, скульптур төркөмө — 5 ярым метр. Был төркөм 7 һындан тора. Ошонда уҡ Башҡортостандан фронтҡа оҙатылған продукция – авиация двигателдәре, ҡорос, нефть, аҙыҡ-түлек тә һынландырыла. Хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина буласаҡ һәйкәл урынын барып күрҙе.Черниковка биҫтәһендәге Еңеү паркы иҫтәлекле урындары, һәйкәлдәре менән күптәргә таныш. Тиҙҙән өфөлөләрҙе тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға көтә. Ошо урында тыл эшселәренә арналған һәйкәл ҡалҡып сығасаҡ. Архитекторҙар әйтеүенсә ул игенсе, нефтсе, ҡороссо, туҡыусы, станок артында торған үҫмерҙе һәм уның олатаһын һынландырасаҡ.Әлеге көндә бронза һындар Химки ҡалаһында ҡойола. Һындар ҡуйыласаҡ ерҙә нигеҙ һалыу, төҙәкләндереү эштәре алып барыла.Һәйкәлдең бейеклеге 8 м, киңлеге 6 м буласаҡ. Нигеҙ һалыу, опалубкаһын эшләүгә генә 130-140 кубометр тирәһе бетон кәрәк булды, ти эшселәр. Ҡоролманың бейек булыуы ла эшселәргә бер ни тиклем ауырлыҡтар тыуҙыра. Объектты сафҡа индереүгә яҡынса ике ай тирәһе ваҡыт ҡалған. Төҙөүселәр эште сентябрь урталарына тамамларға планлаштыра.