Өфө ҡалаһы Ленин районының Козарез ҡасабаһы Ярымутрауҙа урынлашҡан, уны Ағиҙел йылғаһы уратып алған. Ҡасабала 200-ҙән ашыу кеше тормош көтә, йәш ғаиләләр ҙә, балалар ҙа күп бында. Әммә яҙ етеү менән хозур тәбиғәттә йәшәүселәрҙең юлын ташҡын ҡаплай. Миңзилә Вәлиева Козарез ҡасабаһында 30 йылдан ашыу йәшәй. Хәҙер уның балалары ла ошонда төпләнгән. Тәбиғәтебеҙ матур, Өфө ҡалаһына ла яҡын, ти ул. Әммә яҙ ташҡындарында ситкә йөрөп сыға алмайҙар, өйҙә ҡалырға тура килә. Ҡасабала йәшәүселәр араһында Өфө ҡалаһына йөрөп эшләүселәр ҙә байтаҡ. Шуға ла яҙғы ташҡынды алдан хәстәрләп күнегеп бөткәндәр. Ташҡын ваҡытына әҙерлек башланған. Кәмәләрҙе яр буйына сығарып һалғандар. Кипкәндән һуң уларҙы буяйҙар. Ауыл халҡы билдәләүенсә, 1 аҙнанан һыу кимәле күтәреләсәк. Нижегородка яғына кәмәлә йөҙөп сыға башлаясаҡтар. Һәр ғаиләлә бер-нисә кәмә, кәмәһеҙ тормош юҡ, ти халыҡ. Әле Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, махсус хеҙмәттәр Козарез ҡасабаһында профилактик эштәр үткәрә. Ҡасабаға берҙән-бер юл-күпер аша үтә, тап ул ташҡын мәлендә һыу аҫтында ҡала.Йыл һайын күпер һыу менән ҡапланып серей башлаған һәм ул төҙөкләндереү эштәрен талап итә, ти Олег Ғрифуллин. Яҙғы ташҡында Козарез ауылына махсус транспорт йөрөй, күпер бөтөнләй һыу менән ҡапланғанда катер менән халыҡты йылға аша сығаралар. Ғөмүмән, Өфө ҡалаһында 300-ҙән ашыу техника, 100 ашыу йөҙөү транспорттары ташҡын ваҡытына әҙерләнеп ҡуйылған, тип билдәләй Өфө ҡалаһының граждандар яҡлау идаралығы. Өфө ҡалаһы биләмәһендә әле ташҡынға ҡаршы 23 штаб, ваҡытлыса йәшәп тороу өсөн 58 пункт һәм 11 күҙәтеү посты ойошторолған.
Ташҡынға әҙерлек нисек?
Тулыраҡ: Ташҡынға әҙерлек нисек?