29 мартта Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Зәйнетдин” этно-шоу проектының һуңғы тамашаһы үтәсәк. Дүрт йәшенән тамашасылар алдында сығыш яһай башлаған рухлы, һәләтле башҡорт егете сәхнәнән китеүе тураһында хәбәр итте. Уның ижадын һөйөүселәр был ҡарарҙың асылына төшөнөргә тырыша. Ысын сәбәбе нимәлә? Был һорауға Заһир Зәйнетдинов Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында яуап бирҙе. Билдәле музыкант Заһир Зайнетдиновтың сәхнәне ташлауы тураһындағы ҡарары күптәрҙе аптырашта ҡалдырҙы һәм интернет селтәрҙәрендә шау-шыу тыуҙырҙы. Һәр кем үҙенсә фараздар еткерҙе. Ниһәйәт, “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында Зайнетдин был хәбәргә асыҡлыҡ индерҙе.Яңы йүнәлеш табып, яңы образдар тыуҙырып, яңы шоу эшләп, музыкант донъя сәхнәләрен яуларға планлаштыра. Сөнки ике йыл элек ойошторолған “Зайнетдин” тип аталған этно-шоу проекты үҙенең маҡсаттарына иреште һәм яңы үрҙәр яуларға ваҡыт етте, ти Заһир. Ошо ике йыл эсендә 8 илдә 200-ләп концерт ҡуйылған. Сағыу сығыштарҙың береһен “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған “Йондоҙло дискотека”ла күрергә мөмкин ине. Егет сәхнәлә төрлө музыка ҡоралдарында уйнап ҡына ҡалмай, йырлай ҙа, бейей ҙә, тамашасылар менән күҙ ҡарашы, йылмайыуы аша йылы аралаша. “Зайнетдин” этно-шоу проектының һуңғы тамашаһы 29 мартта “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк. Артабан бер аҙ тынлыҡтан һуң, республика ғына түгел, ә донъя сәхнәләрен яңғыратып яңы исем аҫтында, әммә рухлы, көс-дарман ташып торған шул уҡ башҡорт егете — Заһирҙы күреп, ишетеп шатланырбыҙ, тигән ышаныста уның ижадын һөйөүселәр.
“Зәйнетдин” этно-шоу проектының һуңғы тамашаһы
Тулыраҡ: “Зәйнетдин” этно-шоу проектының һуңғы тамашаһы