Рәсәй Президенты ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары буйынса совет вәкилдәренең Өфөлә Республика етәксеһе ҡатнашлығында үткән йомғаҡлау ултырышында ла Сибайҙағы хәл тикшерелде. Белгестәр хәлдең тотороҡлана барыуын раҫланы һәм киләсәктә ошондай ваҡиғаларға юл ҡуймаҫ өсөн үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. Сибай ҡалаһында йәшәүселәрҙең гражданлыҡ хоҡуҡтары үтәлешен Президент янындағы Совет ағзалары ике көн дауамында өйрәнде. Белгестәр урындағы активистар менән шахтаға төшөп унда ла эштәрҙең барышы менән танышҡан. Һөҙөмтәне улар йомғаҡлау ултырышында ишеттерҙе. Республика етәкселегенә һауалағы зарарлы матдәләрҙе даими тикшереп тороусы ҡоролма урынлаштырырға тәҡдим ителде. Радий Хәбиров анализатор өсөн финанстар табылған, ул яҡын арала Сибайҙа ғына түгел Салауатта ла буласаҡ тине.Совет ағзалары аҙна башынан төрлө предприятие учреждениеларҙа, республиканың төрлө ҡалаларында булып, медицина, мәғариф, һаулыҡ һаҡлауҙан алып иркенән мәхрүм ителгәндәрҙең йәшәү шарттары, экология һәм коррупцияға тиклем өйрәнгән. Һығымталарын улар йомғаҡлау ултырышында барланы. Алданған өлөшсөләр, мутлашыусылар ҡармағына эләккәндәр, бизнесты тартып алыу, рейдерлыҡ. Бындай күренештәр ҡорбандарының да Рәсәйҙә күпләп мөрәжәғәт итеүенә иғтибар итте кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары. Республика башҡарма власть органдары ҡарамағындағы мәсьәләләрҙең һәр береһен ентекле өйрәнеп хәл итергә вәғәҙәләне Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы. Ә бына милли телдәр мәсьәләһен күтәргән эксперттарға Радий Хәбиров был һорауҙа теләктәшлек өсөн рәхмәтен белдереп федераль кимәлдә хәл итеүҙә ярҙамға өмөт итеүен белдерҙе.Кеше хоҡуҡтары буйынса Совет республикалағы айырым йүнәлештәр буйынса эштәрҙең яҡшы ойошторолоуын билдәләне. башлыса балалар хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вөкиллектең һәм прокуратураның эшен юғары баһаланы. Әйткәндәй, шишәмбелә был ведомство менән берлектә халыҡты ҡабул итеү ойошторолдо. 130 мөрәжәғәттең байтағы урында хәл ителгән, ҡалғандары буйынса ентекле тикшереү буласаҡ. Республика етәкселеге бөгөн граждандар үҙ хоҡуҡтарын яҡлауҙа Советҡа ҙур өмөт бағлай. Рәсәй Президенты эргәһендәге Совет — йәмғиәттең камиллашыуында айырым урын алып тора тиелде.
Башҡортостан асыҡлыҡ өлгөһөн күрһәтә
Тулыраҡ: Башҡортостан асыҡлыҡ өлгөһөн күрһәтә