Республика Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән концессион килеүҙе ғәмәлдән сығарып Салауат бала табыу йортон ҡала дауаханаһына ҡайтарырға ҡарар итте. Бында тиҙ арала капиталь ремонт эшләнәсәк, медицина ҡорамалдары яңыртыласаҡ. Был турала Республика етәксеһе Радий хәбиров белдерҙе. Бала табыу йортон шәхси ҡулдарға биреү хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыр, хеҙмәт хаҡы артыуға булышлыҡ итер, тип көтөлгәйне. Ысынында, иһә учреждение хеҙмәткәрҙәре стажын юғалтты, эш хаҡы ла шул килеш ҡалды. Башҡортостан хөкүмәте менән “Генус” компанияһы араһында килешеүгә 2017 йылда ҡул ҡуйылғайны.
Салауат бала табыу йорто ҡала дауаханаһы ҡарамағына ҡайтарыла
Тулыраҡ: Салауат бала табыу йорто ҡала дауаханаһы ҡарамағына ҡайтарыла