Башҡортостанда 2020 йылдағы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 10 мең кеше йәлеп ителә. Был 2010 йылда уҙған бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбенә ҡарағанда 5 меңгә аҙыраҡ. Был хаҡта Башҡортостандың статистика идаралығы етәксеһе Әкрәм Ғәниев белдерҙе. Киләһе йылда халыҡ иҫәбен алыуға йәлеп ителгән кешеләрҙең аҙыраҡ булыуы мәғлүмәттәрҙең электрон ысул менән тапшырылыуына бәйле. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың октябрендә иҫәп алыусылар һәм Дәүләт хеҙмәттәре сайты ярҙамында башлана, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Белгестәр фаразына ярашлы, 2030 йылға Башҡортостанда эшкә һәләтле йәштәгеләрҙең 180 мең кешегә, эшкә һәләтле йәштән йәшерәктәрҙең 100 меңгә кәмеүе, өлкән йәштәгеләрҙең 145 меңгә артыуы көтөлә.
Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 10 мең кеше йәлеп ителә
Тулыраҡ: Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 10 мең кеше йәлеп ителә