Ҡырмыҫҡалы районында бер-нисә ауыл ысын мәғәнәһендә ҡамауҙа ҡалды. Ауылдарҙа магазиндар юҡ, кешеләр аҙналар буйы таныштары аҙыҡ-түлек алып килгәнен көтә. Бында махсус хеҙмәттәр ҙә барып етә алмай. Георгий Прокопьев тыуған ауылына ҡайтҡан һайын йәне әрней. Яҙлы-көҙлө ауылға көс-хәл менән үтәһең. Ә ҡыштарын буран булһа, аҙналар буйы барырлыҡ түгел. Һарыһаҙ, Яңы Андреевка һәм Грачевка ауылдары оло юлдан өҙөлгән тиерлек. Хеҙмәтләндереүсе ойошма көҙөн юлға балсыҡ йәйеп сыҡҡас, хәҙер унан йөрөрлөк түгел. Ауылдар Өфөгә яҡын ғына урынлашҡан. Әммә, совет осоронан бирле бында яҡшы юл күргәндәре юҡ. Надежда Никитина көндәр һалҡын һәм ҡар ҡаты булғанда үҙенә аҙыҡ-түлек алып ҡалған. Яҙ етеп юлдар боҙолғас, пенсионерҙың ашарына ҡалмаған. Сөнки, ауылда магазин юҡ. Яҡын урынлашҡан сауҙа кибетенә тиклем 30 саҡрым самаһы. Берәйһе ҙур машинаһында юлға йыйынһа, бөтә ауыл тиерлек үҙ йомошон ҡушып ҡалырға тырыша. Юлды грейдер таҙартып маташа, әммә, уның бер файҙаһы ла юҡ. Үҙе тәгәрмәстәре менән балсыҡҡа батып, соҡор яһай. Бында фельдшер-акушер пункты һәм башҡа социаль учреждениелар күптән ябылған. Автобус килеп етмәй, шуға күрә балаларға бысраҡтан Яңы Андреевка ауылына тиклем йәйәүләп барырға тура килә. Ут сыҡһа янғын һүндереүселәр ваҡытында килеп етмәй. Ә ашығыс ярҙам машинаһы үтә алмағас табиптарға йәйәүләп килеп, ололарҙы ҡарарға тура килә, тип бошона урындағы халыҡ. Көҙөн өс ауылды тоташтырыусы юлға балсыҡ һалып сыҡҡандар, хәҙер ул соҡор-саҡырға әйләнгән. Бынан ябай машиналар үтә алмай, тик Уаз кеүек өлкән автомобилдәр йөрөй ала. Әммә, һәр береһенең тулы ҡеүәтле техникаһы юҡ. Пенсионерҙар юл булғанда балалары йә күршеләре алып килгән ризыҡ менән көн күрә. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтендә мәсьәлә тураһында хәбәрҙар.Өс ауыл халҡы юлдар төҙөкләндерелеп, тормоштар яҡшырыр тип өмөтләнә. Хәҙер уларға хакимиәт белгестәре биргән вәғәҙәне көтөргә тура килә. Беҙҙә вәғәҙә үтәлешен күҙәтеп барасаҡбыҙ.
Юлһыҙлыҡ бәләһе
Тулыраҡ: Юлһыҙлыҡ бәләһе