Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Төҙөүселәр Ҡырым һәм Тамань ярҙарын тимер юл күпере менән тоташтырҙы. 307 таяуға 160 мең тонна металл конструкциялары беркетелде. Лондонда меңләгән кеше Бөйөк Британияның Европа берлегенән сығыуы буйынса икенсе референдум үткәреүҙе талап итеп демонстрацияға сыҡты. Брексит буйынса тауыш биреү 2016 йылда уҙғарылғайны. Әммә әле булһа ил Европа берлегенән сыға алмай. Тереза Мэй брекситты өс айға кисектереп торорға тәҡдим итә.Малиҙа ике ауылда көтөүселәргә һөжүм иткәндәр. 134 кеше, шул иҫәптән, ауырлы ҡатындар, балалар һәм өлкән йәштәгеләр һәләк булған. Малиҙа ике халыҡ араһында этник нигеҙҙә ыҙғыш бер-нисә йыл дауам итә.Австралияла “Вероника” циклоны сәбәпле 2 мең кеше эвакуацияланған. Елдең тиҙлеге сәғәтенә 220 саҡырымға етә. Быға тиклем континенттың төнъяҡ өлөшөнә “Тревор” ураганы ябырылғайны. Австралияла ике циклондың бер юлы барлыҡҡа килеүе ил тарихындағы икенсе осраҡ.