Халыҡ-ара театрҙар көнө уңайынан Сибай ҡала хакимиәтенең архив бүлеге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театрының тарихына арналған интернет күргәҙмә әҙерләне. Унда 360 экспонат ҡуйылған. Виртуаль күргәҙмә менән ҡала хакимиәте сәхифәһендә танышырға мөмкин. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында театрҙа ни бары туғыҙ артист булған. Хәҙер инде ул йолаларға тоғро ҡалған киләсәккә ышаныслы ҡараған ҙур һәм татыу коллектив. Виртуаль күргәҙмә киләсәктә архив документтары һәм фотографиялар менән тулыланып торасаҡ.
Сибайҙа интернет күргәҙмә асылды
Тулыраҡ: Сибайҙа интернет күргәҙмә асылды