Газон-тротуарҙарҙа машина ҡалдырыусыларҙы ҙур штраф көтә

Тулыраҡ: Газон-тротуарҙарҙа машина ҡалдырыусыларҙы ҙур штраф көтә

Газон-тротуарҙарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машина ҡалдырыусыларҙы ҙур штраф көтә һәм ҡала–райондар хакимиәттәре башлыҡтарының эш сәғәте оҙайтылыуы ихтимал. Башҡортостан парламенты яҙғы сессиялағы сираттағы ултырышында ошондай закон проекттарын тикшерҙе. Көн тәртибенә сығарылған 40–тан ашыу хоҡуҡи документ һәм парламент депутаттары тарафынан раҫланырға тейешле 20 закон проекты. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы сираттағы ултырышында ҡаралған документтарҙың күбеһе көнүҙәк. Уларҙың береһе, мәҫәлән, парковкаларға бәйле. Газон-тротуарҙарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машина ҡалдырыусыларҙы ҙур штраф көтә. Ә инде ниндәйҙер авария эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн килгән бригада техникаһына был закон ҡағылмай. Республика парламенты тәҡдим иткән ҡанунға ярашлы, тәртипһеҙ водителдәргә айырым штраф түләргә тура килә. Ҡағиҙәгә ярашлы, ябай водителдәр ике, яуаплы вазифалар биләүселәр 10, ә юридик шәхестәр 30 мең һумға тиклем штраф квитанциялары аласаҡ. Был закон проекты әлегә беренсе уҡыу үтте. Башҡоростан Парламенты туберкулез сирен иҫкәртеүҙе камиллаштырыу йәһәтенән дә етди ҡарарға килде. Үпкә сиренең был төрө менән яфаланғандар һәм улар менән аралашҡандарҙың сәләмәтлеге айырым күҙәтеүгә алына. Депутат Римма Үтәшева әйтеүенсә, закон ғәмәлгә ашырылған осраҡта, табиптарға 38 мең самаһы кешене ҡайтанан тикшерергә тура киләсәк. Башҡортостанда, тәбиғәт ҡаҙылмаларын табыу өлкәһендә яңы ҡанун үҙ көсөнә инә. Хәҙер, карьерҙарҙы файҙаланыу тураһындағы документ туранан – тура урындағы хакимиәттәр менән төҙөләсәк. Бындай ысул муниципалитетар өсөн отошло. Табыш ҡала-райондар бюджетын тулыландырасаҡ, ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе Әлфәрис Байсурин. Республиканың закондар сығарыу буйынса төп органы “Башҡортостандың 2019-сы йылға ҡаҙнаһына үҙгәрештәр индереү” тураһындағы закон проектын да беренсе уҡыуҙа тикшерҙе. Ә был үҙгәрештәрҙе, ысынлап та айырым ҡарарға кәрәк. Сөнки, быйыл төбәктең тупланма бюджетының килем өлөшө йәнә 12 милилард 500 миллион һумға арта. Парламент спикеры Константин Толкачев билдәләүенсә, яҙғы сессиялағы сираттағы ултырышта ҡаралған ҡанундар көн талабы. Башҡортостан парламенты муниципаль хеҙмәткәрҙәргә бәйле тағы ла бер закон проектын әҙерләгәйне. Документ, тәү сиратта, ҡала–райондар хакимиәттәре башлыҡтарының эш сәғәтенә бәйле. Хәҙер, етәкселектең хеҙмәт көнө 12-15 сәғәткә тиклем һуҙылыуы бар. Ә өҫтәмә ваҡыт өсөн уларға өҫтәмә хеҙмәт хаҡы түләнмәй. Башҡортостан парламентының яҙғы сессиялағы сираттағы ултырыштарында ҡараласаҡ мәсьәләләр ҙә билдәле. мәҫәлән, “Хөкүмәт сәғәте”. Тағы ла бер бурыс – Ямал Ненец автономиялы округының закондар сығарыу палатаһы менән бәйләнештәрҙе нығытыу тураһындағы документҡа ҡул ҡуйыу.