Был республика етәксеһе Радий Хәбиров инициативаһы. Ошо рәүешле муниципалитеттар инвесторҙар менән һөҙөмтәлерәк эшләр тип көтөлә. Көнэлгәре ошондай беренсе кәңәшмә Сибайҙа үтте. Бында киләһе йылда тамамланасаҡ ваҡлау һәм сорттарға айырыу комплексының төҙөлөшө, шулай уҡ, һөт эшкәртеү һәм һөт продукцияларын етештереү предприятиеһын булдырыу тураһында һүҙ барҙы. Һуңғы проектты тормошҡа ашырыу өсөн 5 йыл самаһы ваҡыт һәм 35 миллион һум аҡса кәрәк буласаҡ.